Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
15 Ноябрь 2021, 10:15

Кавказдағы хеҙмәт өсөн

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ике яҡташыбыҙға 10 ноябрҙә наградалар тапшырылды.

Кавказдағы хеҙмәт өсөн
Кавказдағы хеҙмәт өсөн

Тантаналы сарала Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Анатолий Сафонов ҡатнашты.
Владик Шафиҡов (һүрәттә уңдан өсөнсө) менән Александр Мачкасинға (һулдан өсөнсө) “Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуға 10 йыл” билдәһе, “Төньяҡ Кавказда хеҙмәт өсөн” һәм “Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары тапшырылды.
Владик Шафиҡов Яңы Мишәр ауылында йәшәй. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби уҡыуҙы Владикавказ ҡала округының Балта ауылында үтә. Һуңынан Аргун тарлауығына ебәрелә. 2007 йылда ауылына әйләнеп ҡайта. Бөгөн бульдозер машинисы булып эшләй.
Александр Мачкасин 2001-2003 йылдарҙа эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Әстрханда, Кизлярҙа, Чечен Республикаһында була. Награда тапшырыу тантанаһына ул әсәһе Нина Александровна һәм бишенсе класта уҡыған улы Данил менән килгән. Уҡыусы малай ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән һалдаттарҙың армия тормошо тураһында һөйләгәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Владик та, Александр ҙа хәрби хеҙмәткә 18 йәштәрендә алыналар. Ошо әле яңы ир ҡорона инеп барған егеттәргә һуғыштың нимә икәнлеген үҙ иңдәрендә татырға, ҡулдарына ҡорал алырға, командаларҙы үтәргә тура килә. Улар ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә, Ватанына тоғро ҡала. Бөгөн икеһенең дә балалары бар.
– Мәсетле районынан Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ике яҡташыбыҙ – Ришат Хәйруллин менән Владимир Ежов хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булдылар. Владимир Ежов иҫтәлегенә ул уҡып сыҡҡан Түбәнге Бобин мәктәбендә йыл һайын волейбол буйынса турнир үткәрәбеҙ. Был ярыш халыҡ араһында киң танылыу яулай бара, күрше район һәм өлкәләрҙән ҡатнашырға теләүселәр бар. Киләсәктә Яңы Мөслим ауылында Ришат Хәйруллин иҫтәлегенә мини-футбол буйынса турнир ойошторорға уйлайбыҙ. Беҙ уны былтыр уҡ үткәрергә йыйынғайныҡ, әммә пандемия арҡаһында кисектереп торорға тура килде. Бындай тантаналы саралар беҙгә үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай Тыуған ил һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙ тураһында һәр ваҡыт иҫтә тоторға мөмкинлек бирә. Беҙ, беҙҙең балалар һәм ейәндәр улар хаҡында белергә тейеш, – тине Анатолий Сафонов.

Кавказдағы хеҙмәт өсөн
Кавказдағы хеҙмәт өсөн
Кавказдағы хеҙмәт өсөн
Автор:Наркес Халиуллина