Волгоград ҡалаһына өс көнлөк экскурсия “Балалар туризмы үҙәге” проектының махсус программаһы сиктәрендә үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында ойошторола.
Сәйәхәт тураһындағы тәь-ҫораттары менән Түбәнге Бобин мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анна Рамазанова уртаҡлашты:
– Экскурсия программаһы бик тулы булды. Беҙ “Иҫке Сарепта” музей-ҡурсаулығында булдыҡ, был 1765 йылда Европанан күсеп килеүселәр тарафынан төҙөлгән немец колонияһының бер өлөшө. В. И. Ленин исемендәге ҙур гидротехник ҡоролма – Волга-Дон каналын күрҙек. “Сталинград һуғышы панорамаһы” музейы, данлыҡлы тирмән һәм Павлов йорто иҫтә ҡалды. Геройҙар Аллеяһынан уҙҙыҡ, һәләк булған көрәшселәр майҙанында булдыҡ. Үҙәк универмаг бинаһының баҙында урынлашҡан “Хәтер” музейы ла бик иҫтә ҡалды. Тап ошо урында 1943 йылдың 31 ғинуарында 38-се мотоуҡсылар бригадаһы һалдаттары вермахтың 6-сы ялан армияһының шәхси штаб составын һәм уның командиры – генерал-майор фельдмаршал Ф. Паулюсты әсирлеккә ала.
Иң тулҡынландырғыс урын Мамай ҡурғанында урынлашҡан “Сталинград һуғышы геройҙары” һәйкәл-ансамбле һәм төп монумент – “Тыуған ил-Әсә саҡыра!” скульптураһы булды. Балалар ҙур тынлыҡта Хәрби Дан залындағы Почетлы ҡарауыл алмашынғанын ҡараны. Шулай уҡ Волга йылғаһы үҙенең матурлығы менән таң ҡалдырҙы.
Экскурсия уңайлы автобуста уҙҙы, заманса отелдә йәшәнек, туҡланыу яғынан да яҡшы булды.
Беҙҙең күптәребеҙ самолетта беренсе тапҡыр осто. Ике сәғәт ярым самолетта – бер үк ваҡытта ҡурҡыу һәм һоҡланыу тойғоһо.
Беҙ бөйөк илебеҙҙең башҡа ҡалалары ла йәш сәйәхәтселәрҙе ҡаршы алырына өмөтләнәбеҙ”.
Беҙҙең хәбәрсе.