Рәфис Рикза улы егеттәргә хәрби уҡыу йорттары тураһында һөйләне, уҡырға инеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, ҡабул итеү комиссияларының ҡасанға тиклем эшләүе тураһында һөйләне.
Шулай итеп, түбәндә һанал-ған талаптарға тап килгән урта дөйөм белемле сығарылыш класс уҡыусылары ҡабул ителә:
- хәрби хеҙмәт үтмәгән 16 – 22 йәшлек граждандар;
- хәрби хеҙмәт үткән һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән 24 йәше тулмаған граждандар;
- контракт буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәр (тулы хәрби-махсус программа буйынса юғары уҡыу йорттарына ингән офицерҙарҙан тыш) – 27 йәш тулғансы.
Алдан һайлау юғары уҡыу йорттарына профессиональ һайлау үтеү өсөн кандидаттарға йүнәлеш биреү, юғары һәм урта хәрби уҡыу йорттарында уҡыуға яраҡлылыҡты билдәләү өсөн кәрәк. Талаптар: Рәсәй Федерацияһы гражданы булыу, белем кимәле (БДИ һөҙөмтәләре), йәш; сәләмәтлек торошо, физик әҙерлек кимәле, профессиональ яраҡлылыҡ категорияһы.
Хәрби һөнәрҙәр исемлеге менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының рәсми сайтында “Мәғариф” бүлегендә танышырға мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының юғары уҡыу йорттарына инергә теләүселәр 8 (34798) 3-14-06 телефоны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала.