Сара асыҡ һауала “Урман” ял базаһында ойошторолдо. Унда клубтың 30 тәрбиәләнеүсеһе, шулай уҡ етәкселәре, тәрбиәселәре, Оло Ыҡтамаҡ сиркәүе архимандриты Арсений, ата-әсәләр, Мәсәғүт ауылынан һәм Красноуфимск ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Архимандрит Арсенийҙың сәләмләү һүҙҙәренән һуң тәрбиәләнеүселәр “Торнадо”, “Дуҫлыҡ” һәм “Кактус” командаларына бүленде. Улар пневматик винтовканан, уҡтан атты, граната ырғытты, ҡылыс менән эш итеү күнекмәләрен өйрәнде, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте, көс һәм сослоҡто талап иткән башҡа һынауҙарҙа ярышты. Ныҡышмалы көрәштән һуң, “Кактус” командаһы еңеү яуланы. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа почет грамоталары менән бүләкләнде.
Ярыштар тамамланғас, балалар байрам табынына йыйылды. Уның түренә Азамат хәҙрәт әҙерләгән былау ҡуйылды. Барыһы ла күңелле ял итте, фәһем алды һәм күтәренке кәйеф менән таралышты.
Белешмә:
Яңы уҡыу йылында клубта етенән алып 17 йәшкә тиклемге 80 бала иҫәпләнә, шуларҙың 50-һе дәрестәргә даими йөрөй. Улар менән ете уҡытыусы шөғөлләнә. Константин Закомлистов – остаз, “Изге эштәр” фәненән уҡыта, фланкировка серҙәренә, спорт йүнәлешенә өйрәтә. Лариса Худякова – “Крыница” ансамбле етәксеһе, Анатолий Сафонов волейбол түңәрәген алып бара, Зинаида Крючкова – православие мәҙәниәте һәм биҙәү сәнғәте нигеҙҙәренән уҡыта. Илнар Исмәғилов – “Сокол” бейеү коллективы етәксеһе, көрәш буйынса күнекмәләр уҙғара. Фәнил Денисламов строевой әҙерлек дәрестәренән инә, настоятель Арсений “Руханиҙар әңгәмәһе” дәресен, ҡул көрәше һәм бокс буйынса күнекмәләр алып бара. Клуб менән Владимир Назаренко етәкселек итә, ул “Казактар тарихы” һәм гитара дәрестәренән уҡыта.
Балалар клубта аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә, дәрестәр 30 минут дауам итә.
Яңы уҡыу йылында клуб, милләте һәм дине ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, егет һәм ҡыҙҙарҙы йыя.