Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
6 Март 2020, 15:00

Тыуған яҡтарының тарихын балалар белергә тейеш

Үткән йыл һуңында Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы нигеҙендә “Минең Мәсетле яғым” оҙайлы проект өҫтөндә эш тамамланды. Уның авторы – “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Альбина Закирова.

Альбина Әшрәф ҡыҙы – юғары категориялы педагог. 25 йылдан ашыу мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләй. Балаларҙың бер нисә быуыны уның ҡулы аша үткән. Тәрбиәләнеүселәрендә ул музыкаль һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерә, шуның менән уларҙың үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ул бер нисә тиҫтә балалар шиғырҙары, йырҙары, театр постановкалары һәм концерт номерҙарының авторы, уларҙы үҙ эшендә оҫта ҡуллана. Ул төҙөгән балалар бейеү коллективтары район конкурстарында бер нисә тапҡыр призлы урындар алды. Ә “Ҡояшҡай”ҙың былтыр сентябрҙә барлыҡҡа килгән беренсе класс уҡыусылары бейеү коллективы мөһим район сараларының үҙенсәлеге булып тора. Ул бихисап идеяларға бай көс-дәрте ташып торған педагог.
– Был проекттың маҡсаты балаларҙа тыуған яҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу тыу- ҙырыу, уны өйрәнеү һәм тарихи, мәҙәни ҡиммәттәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү булды, – ти ул. – Балалар баҡсаһы педагогтары балалар менән занятиеларҙа тыуған яғыбыҙҙың һәр объекты уникаль булыуы хаҡында әңгәмә алып барҙы, уның тәбиғәтен өйрәнде, район тарихының үҫеш үҙенсәлектәрен асыҡланы, билдәле кешеләр, биләмәбеҙҙең тарихи ҡомартҡылары һәм тыуған яғыбыҙҙың иҫтәлекле урындары хаҡында белде. Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.
Алған белемдәрен һәм йыйған материалдарын балалар педагогтар һәм ата-әсәләр менән берлектә иллюстрациялар, фотоһүрәттәр, текстар рәүешендә әҙерләп ҡуй-ҙы. Башҡарылған ҙур эштән һуң балалар рәсемдәре һәм яһаған ваҡ-төйәктәр нигеҙендә мәктәпкәсә балаларҙы тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу һәм өйрәтеү өсөн “Мәсетле яғы тураһында легенда” фильмы һәм “Мәсетле районының иҫтәлекле урындары” китап-буяғысы булдырылды.
Ошо йылдың февралендә Альбина Закирова әлеге проект менән Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Ресурслы милли мәғариф үҙәге тарафынан ойошторолған республика этномәҙәниәт йөкмәткеле медиаконтент конкурсында ҡатнашты һәм призерҙар исемлегенә инде.