Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
6 Декабрь 2019, 18:00

Мәсетле районында казаклыҡ

Хәҙер казаклыҡты, уның данлыҡлы традицияларын тергеҙеүгә, казак формированиеларының йәмғиәт тормошонда тағы ла әүҙемерәк ҡатнашыуға йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында казактарҙың әүҙем эшмәкәрлеге 2017 йылда башланды, ә инде 2018 йылда “Әй” курене төҙөлдө. Идара итеүсе архиерей фатихаһы һәм “Хутор Красноуфимский” казактар йәмғиәте инициативаһы менән Өс Изге ғибәҙәтханаһының йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағында “Орленок” казактар отряды эшләй башланы, ундағы балалар һаны башта 20 кеше тәшкил итә ине. Балаларға казактар тарихы, православие мәҙәниәте кеүек дисциплиналар уҡытылды, ҡул көрәше спорт секцияһы һәм фланкировка секцияһы булдырыл-ғайны. Балалар шунда уҡ тиерлек Мәсетле районы һәм күрше райондарҙың һәр төрлө күмәк кеше ҡатнашлығындағы мәҙәни сараларында, хәрби-ялан сборҙарында ҡатнаша башланы.
Казактар клубына ҡарата урындағы үҫмер малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы артты. Һан составы 40 кешегә тиклем артҡас, “Александр Невский” хәрби-патриотик клубы төҙөлдө. Йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары менән казактар отрядында тәрбиәләнеүселәрҙең ҡушылыуы клубтың нигеҙе булды. Ике йәш төркөмө айырылғайны: өлкәне “Дозор” һәм кесеһе “Орленок”. Православный балалар менән бергә мосолман ғаиләләренән булған балалар ҙа шөғөлләнә.
Быйылғы “Возродим казачество, курень Айский” проекты президент гранттары конкурсында еңеүсе булды. Уның программаһына 6-нан 8 йәшкә тиклемге балалар өсөн яңы “Пересвет” төркөмө төҙөлдө, унда музыка мәҙәниәте һәм биҙәү-ҡулланма ижады элементтарын фай- ҙаланып занятиелар уҙғарыла. Проекттан ярҙам алыусылар иҫәбендә – аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм социаль уңышһыҙ ғаиләләрҙән 20 бала.
Проектты бойомға ашырыу өсөн йәкшәмбе мәктәбе бинаһының беренсе һәм икенсе ҡаттағы бүлмәләре, шулай уҡ спорт залы булған подвал ремонтланды.
Президент гранттары фонды бүлгән средстволарға теоретик курстың уҡыу занятиелары, ижади коллективтар, түңәрәктәр, хәрби-ялан сборҙары эше өсөн тауарҙар һатып алынды.
Проект командаһы бөтә кимәлдәрҙә проектҡа йәлеп ителгән балалар үҙҙәренең тыуған яғы һәм Ватаныбыҙҙың патриоттары булһын, үҙҙәренең шәхес сифаттарын үҫтерһен һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡһын, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт үтеү өсөн кәрәкле практик оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе алһын өсөн бар тырышлыҡтарын һала.
6 декабрҙә талантлы полководец Александр Невскийҙың хәтер көнө билдәләнә. А. Невский исемендәге казак хәрби-патриотик клуб кадеттары үҙҙәренең байрам концертын ошо датаға бағышлай һәм 7 декабрҙә сәғәт 12-гә барыһын да район Мәҙәниәт һарайына саҡыра.
Лариса ХУДЯКОВА,
“Башҡортостан урыҫтары соборы”ның Мәсетле
районындағы бүлексәһе советы рәйесе.