Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
20 Август 2019, 16:01

Мәсетле кадеттары “Казачья удаль” фестивалендә ҡатнашты

Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында “Атаманова гора” хуторы базаһында “Казачья удаль” IV төбәк-ара фестивале үтте. Унда Әчит районының Уфимский ҡасабаһынан “Доблесть”, Әртә районының Манчаж ауылынан ВПКК, Әчит районының Бакряж ауылынан “Авангард”, Тугулым районының Тугулым ҡасабаһынан кадет клубтары һәм беҙҙең райондан “Александр Невский” хәрби-патриотик клубы кадеттары ҡатнашты. Барлығы 120 кеше үҙ һәләттәрен күрһәтте.

Фестиваль хутор һәм ҡатнашыусылар менән танышыу-ҙан башланды. Артабан саралар билдәләнгән план буйынса барҙы. Көн зарядка эшләүҙән башланды, иртәнге аштан һуң казактар тарихы, сәпкә атыу, фланкировка предметтары буйынса дәрестәр башланды. Төштән һуң һәр кемгә үҙ шөғөлдәре өсөн бер сәғәт бүленде, артабан АК-74 автоматын һүтеп йыйҙылар, хәрби шарттарҙа автомат менән эш итеү, хәрби самбо, бысаҡ атыу күнекмәләре булды. Һәр көн иртәнге сәғәт 7-лә кухняға наряд бүленде. Фестиваль һуңында кадеттар ант бирҙе.

Йыйын Красноуфимск ҡалаһының казак йыры ансамбле һәм беҙҙең егеттәр ҡатнашлығында байрам концерты менән тамамланды. Фестивалдә ҡатнашыусылар үҙ көстәрен һәм сыҙамлыҡтарын һынап ҡына ҡалманы, ә бик күп ыңғай тәьҫораттар ҙа алды. Ярыш йомғаҡтары буйынса Оло Ыҡтамаҡ кадеттары дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын алды.

“Александр Невский” клубы тәрбиәләнеүселәренең кадеттарҙың биш көнлөк хәрби-ялан йыйынында ҡатнашыу-ҙары Президент гранттары фонды иҫәбенә ойошторолдо.

Владимир Назаренко,

“Александр Невский” клубы етәксеһе.