Уға Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы уҡыу-сылары саҡырылғайны. Үҙәк моделле балалар китапханаһының төп китапханасыһы Рубен Әхкәмов егет һәм ҡыҙҙарға Рәсәй тарихында казактар ойошмаһы роле тураһында һөйләне. Казактар Рәсәй ҡатнашҡан барлыҡ алыштарҙа ла ил һағына баҫҡан, рус- тарҙың һуғыш ҡоралын данлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, Ватан именлеге хаҡына хәрби хеҙмәт алып барған. Студенттарҙың иғтибарына “Казачество. Истоки”, “Северные амуры – башкирская гроза”, “Как казаки фашистов рубали” фильмдары күрһәтелде.
Танып белеү дәресендә Александр Невский исемендәге хәрби-патриотик клуб етәксеһе Владимир Назаренко, шулай уҡ Константин Закомлистов, Оло Ыҡтамаҡ лицейының 6-сы класс уҡыусыһы, кадет, вице-приказной Иван Крючков ҡатнашты. Улар казактарҙың ҡоралланыуы тураһында һөйләне. Дошмандарға ҡарата аяуһыҙ казактар үҙ мөхиттәрендә киң күңелле, ҡунаҡсыл булған. Уларҙың холҡонда ике күренеш бер юлы күҙәтелгән: йә ул шаян, шуҡ, дәртле, йә моңһоу, өндәшмәҫ булған. Быны шулай аңларға кәрәк: йыш ҡына үлемде үҙ күҙҙәре менән күргән казактар өлөштәренә төшкән шатлыҡ-һөйөнөстө иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышҡан. Икенсе яҡтан, улар – күңелдәре менән философтар, шағирҙар, көндәлек алыш һәм эш араһында тормош мәғәнәһе, мәңгелек тураһында уйланған.