БР Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары буйынса хәрби комиссар Рәфис Фәтихов хәрби хәрәкәттәр ветерандарына 38 юбилей миҙалын тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеп, бөгөн хәрби-патриотик эштә әүҙем ҡатнаш-ҡандары өсөн Ватан һаҡсы- ларына рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тороуҙарын билдәләне.
“Кавказдағы һуғыш хәрәкәттәре ветераны” һәм “Кавказда контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусы” миҙалдарын Айсыуаҡ Әхмәтов, Александр Булатов, Илшат Ғималов, Илнур Ғиниәтуллин, Хәмит Ғонсаров, Альфред Дәүләтов, Рөстәм Жиянов, Хәмит Зәбихуллин, Илдус Зиялтдинов, Венер Ҡарагурзин, Илшат Латипов, Евгений һәм Павел Минко, Анатолий Сафонов, Ринат Солтанов, Фәрит Һөйәрғолов, Марат Хажиев, Айгиз Хәсәнов һәм Александр Ярушин алды.
– Мәсетле районынан Төньяҡ Кавказдағы һуғыш хәрәкәттәрендә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шуларҙың икәүһе – Яңы Мөслим ауылынан Ришат Хәйруллин һәм Түбәнге Бобиндан Владимир Ежов хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта һәләк булды. Беҙ үлемгә тура ҡарап, илебеҙ граждандарының тыныслығы хаҡына унан ҡурҡмаған һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотасаҡбыҙ, – тине ул.