Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Ғинуар , 10:00

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЗИЛӘ ЙӘҒӘФӘР ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ғәзизебеҙ беҙҙең, күркәм тыуған көнөңдә иң ихлас теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йәшәү дәрте теләйбеҙ, артабан да беҙҙең өсөн сағыу йондоҙ булып янып, бар донъяға нур һибеп йәшә.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән ирең, балаларың, ейәндәрең, ейәнсәрең, бүләсәрең.


* * *


Әбдрәхим ауылынан ҡәҙерле, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ РАУШАНА МИНДЕҒӘЛИ ҡыҙы ҒӘЛЛӘМОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Әсәкәйебеҙ, һиңә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ, һәр тыуған көнгә ҡыуанып, шатлыҡ-бәхет кисереп йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Изге теләктәр менән балаларың һәм ейәндәрең.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: