Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Июнь 2023, 09:35

Ҡотлайбыҙ!

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, таянысыбыҙ – атай-олатайыбыҙ ХӘТМУЛЛА ФӘТҠУЛЛА улы ЯХИНды ысын күңелдән оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Атай, һиңә күңел тыныслығы, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Атҡан таңдарың шатлыҡлы булһын, тормошоң тик сағыу буяуҙарҙан ғына торһон.
Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа,
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер инде,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең
Тәмимә, улың Айгиз, ҡыҙҙарың Светлана, Лиана, кейәүең Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең Эльмир, Рөстәм, Рузалина, Зарина.

Автор: