Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Май , 10:25

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ МИНДЕГӨЛ АБДУЛЛА ҡыҙы СӘХӘҮЕТДИНОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Әсәй, һиңә 65 йәш тула, әммә һин беҙҙең өсөн һаман йәп-йәш. Ҡәҙерле, ғәзиз, һөйкөмлө әсәй, беҙ, барлыҡ балаларың, бергә йыйылып, һине күркәм ғүмер байрамың менән ҡотлайбыҙ. Беҙҙең өсөн һин – донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат. Бала сағыбыҙҙа ағартҡан сәстәрең, битеңдәге йыйырсыҡтарың, борсолоуҙарың өсөн кисерһәң ине беҙҙе. Кеше араһында кәм-хур итмәй, яратып-һөйөп үҫтерҙегеҙ. Һин күрһәткән игелектәрҙе уйлап та, һанап та бөтөрөрлөк түгел. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә, әсәй. Оҙаҡ йәшә, иңдәреңдә шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең уңыштар, ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә алып килһендәр, изге эштәре менән ҡыуандырһындар. Бәхетле киләсәк, тән сихәте, һаулыҡ, күңел нурын һүндермәй, һүрелтмәй, йөрәк йылыһын өләшеп, терәк-таяныс булып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон,
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын.
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: