Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Февраль 2023, 11:30

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡыҙым, әсәй-өләсәйебеҙ ЛАРИСА РИМ ҡыҙы САФИНАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ҙур уңыштар, һәр ваҡыт эштәренең уң булыуын, именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Яратҡан эшең һәр саҡ шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен, тормош һине лайыҡлы баһалаһын һәм хөрмәт итһен. Һәр ваҡыт яҡшы, изге күңелле, ярҙамсыл, яратҡан, аңлаусан таянысыбыҙ һәм ярҙамсыбыҙ булып ҡал. Барлыҡ маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын, бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Ҡотлау менән әсәһе Дания, улдары Артур, Марат, Ренат, килене Дарья, ейәне Артем.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле иркәбеҙ, апайыбыҙ ЛАРИСА РИМ ҡыҙы САФИНАны 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, яуаплы эшендә уңыштар, тыуыр таңдары шатлыҡлы, үтер юлы ғүмерле булыуын теләп ҡалабыҙ.
Бөгөн – һинең юбилейың,
50 йәшлек тантана.
Байрамыңда һинең менән
Дуҫ-туғандар шатлана.
Барыбыҙ ҙа ысын күңелдән
Бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ.
Һаман шулай йәш көйөнсә
Йылмайып йәшә, тиәбеҙ.
Бәхет булып тыуғанһың һин,
Бәхет булып йәшә ерҙә.
Ҡыйыу атлап алға бар һин
Туғандарың менән бергә!
Иң изге теләктәр менән апаһы Гүзәлиә, еҙнәһе Ғәбделйән, Мөслимовтар ғаиләһе,
Дамир, Альбина, Альмир һәм Самира Рәхмәтуллиндар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ЛАРИСА РИМ ҡыҙы САФИНА! Һине юбилейлы тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул. Уй-теләктәрең тиң, тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде, ғаилә шатлығы теләйбеҙ, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Ныҡлы таҙалыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡыт та китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!
Иң яҡшы теләктәр менән Эльвира, Альберт Йыһаншиндар һәм уларҙың балалары, Юлиә, Сәлимйән Хәкимовтар, Яр Саллы ҡалаһынан туғандарың.

Автор: