Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Декабрь 2022, 11:35

Ҡотлайбыҙ!

Абдулла ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғандарыбыҙ ХӘТИМӘ ХӘЙҘӘР ҡыҙы һәм РӘФИС ҒӘЛИМЙӘН улы ХАНОВТАРҙы алтын туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Аллаһы Тәғәлә Рәфис туғаныбыҙға һәм Хәтимә еңгәбеҙгә сәләмәтлек, ғаилә тыныслығы, муллыҡ, бәрәкәт насип итһен. Балаларығыҙ тәүфиҡлы, күңелдәрегеҙ пак, иманығыҙ таҙа, ризығығыҙ киң булһын. Бәхетле, парлы ғүмер теләйбеҙ.
50 йыл бергә ғүмер иттегеҙ,
Ауыр йылдарҙы бергә үттегеҙ.
Барыһы ла уртаҡ булды:
Ҡайғыларҙы бергә еңдегеҙ,
Бер шатлыҡты ике иттегеҙ!
Хөрмәт менән Хөсәйеновтар, Рамазановтар,
Хановтар, Ниғмәтйәновтар, Хизбуллиндар, Кинйәбаевтар, Вәлиәхмәтовтар, Раяновтар ғаиләләре.


* * *


Абдулла ауылынан беҙҙең ҡәҙерле һәм хөрмәтле туғандарыбыҙ ХӘТИМӘ ХӘЙҘӘР ҡыҙы һәм РӘФИС ҒӘЛИМЙӘН улы ХАНОВТАР 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен – алтын туйҙарын билдәләй.
Рәфис ағай һәм Хәтимә еңгә, бөгөн дә һеҙ 50 йыл ғүмерегеҙҙең тарих битендә ҡалған туй көнөндәге шикелле тағы ла йәш, тағы ла һөйкөмлө кейәү һәм кәләш кеүекһегеҙ. Ҡулға-ҡул тотоноп, ныҡлы ғаилә ҡорҙоғоҙ, матур балалар тәрбиәләнегеҙ, яратҡан ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләргә ярҙам итеп, һөйөү һәм хөрмәт сифаттары өлгөһө булып тораһығыҙ. Һеҙҙе ысын күңелдән алтын туйығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, донъя, йәшәү ҡыуаныстарын бүләк иткән бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Фәниә, Әүәл Раяновтар һәм Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе туғандарығыҙ.

Автор: