1993 йылда ҡабул ителгән илдең төп ҡануниәте декларация ғына булып ҡалманы, ә дәүләтебеҙҙең конституцион принциптары үҫешенең стратегик курсын билдәләүсе документ булды һәм булып ҡала. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы йәмғиәтте тупларға, милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытырға, тарихи һәм мәҙәни традицияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Һеҙгә бәхет, ныҡлы һаулыҡ, илебеҙ именлеге хаҡына изге башланғыстарҙа уңыштар теләйем!
Р. М. Мәрҙәншин, Дәүләт Думаһы депутаты.
* * *
Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы һәм ҡунаҡтары!
Һеҙҙе Рәсәйҙең төп дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайбыҙ!
1993 йылдың 12 декабре – дәүләтебеҙ тарихында иҫтәлекле дата. Был көндә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителде. Ул илдең төп законы, граждандар хоҡуҡтарының һәм азатлығының, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғоноң төп гаранты булып тора. Беҙҙең бурыс – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында билдәләнгән барлыҡ нормаларҙы белеү һәм үтәү.
Мәсетле районы һәм тотош илдең үҫеше һәр кемдең намыҫлы, яуаплы эшенә, яңы ҡарарҙар табыу һәләтенә, уларҙы тормошта ҡуллана белеүенә, беҙҙең ынтылышҡа, ил үҫешендә ҡатнашырға әҙер булыуына бәйле.
Ҡәҙерле яҡташтар, был иҫтәлекле көндә һеҙгә ысын күңелдән тыныслыҡ, изгелек, бәхет, һаулыҡ, именлек һәм муллыҡ теләйбеҙ! Ошо байрам бөтәбеҙгә лә Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы һәм тыуған районыбыҙ именлеге хаҡына ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә яңы көс бирһен!
Район Советы һәм хакимиәте.