Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Декабрь 2022, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ ГӨЛСИНӘ ӘНИС ҡыҙы ВӘХИТОВАны ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә тағы ла оҙаҡ йылдарға етерлек ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә шундай алсаҡ, шат һәм һөйкөмлө булып ҡал. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң – юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Бәлә-ҡаза урап уҙһын –
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән ире Рәфис, балалары Регина, Руслан, кейәүе Рәмис, килене Динара, ейәндәре Наил, Алан, Эмир, ейәнсәре Эмилия.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛСИНӘ ӘНИС ҡыҙы ВӘХИТОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Бөгөнгөләй йәш, мөләйем, иң яратҡан ҡатын, әсәй-өләсәй булып ҡал. Өйөңдә һәр ваҡыт туғандарыңдың һәм яҡындарыңдың изгелек, иғтибар, ихтирам, хәстәрлеген тойоп йәшә. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, күңелең һәр ваҡыт тыныс булһын.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул,
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Изге теләктәр менән ҡоҙаң Рәфис, ҡоҙағыйың Гүзәл, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: