Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Ноябрь 2022, 12:20

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан ҡыҙыбыҙ ЭЛЬЗИДА РӘФИТ ҡыҙы ПЕРЕВЫШИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә ҡатын-ҡыҙ бәхете, именлек, иреңдең, балаларыңдың, туғандарыңдың хөрмәтен, һөйөүен тойоп йәшәүеңде, аяҙ көндәрҙән торған оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр тыуар таң шатлыҡ-һөйөнөстәр, уңыш, муллыҡ менән тулып килһен. Һине ҡанатландырған хыялдарың тормошҡа ашып, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Изге теләктәр менән әсәһе Мәүлиҙә,
атаһы Рәфит.

Автор:Лариса Михалькова