Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Ноябрь , 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ИЛДУС РАФАИЛ улы МУЛЛАБАЕВ оло күркәм байрамын – 55 йәшлек юбилейлы тыуған көнөн билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Яҡыныбыҙ, һине ғүмер байрамың менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Килер көндәрең тыныс, күңел күгең аяҙ булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, шатлыҡ өләшеп йәшә. Артабан да киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле, ярҙамсыл булып ҡал.
55 йәш – ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан бара саптарың.
Сәләмәтлек, барлыҡ уңышлыҡтар
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Гөлназ,
ҡыҙҙары Илгизә, Әлфинә, кейәүҙәре Риф,
Марсель, улы Ирек, ейәндәре
Эмир, Ислам, Асҡар.

Автор:Лариса Михалькова