Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Ноябрь , 10:20

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйем ЗӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНАны ысын күңелдән күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Алдағы тормошҡа ла йәм һәм дәрт биреп, һөйөклө, ышаныслы атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланырлыҡ пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ.
Һинең көнөң бөгөн, әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә.
Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын йәш күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле һин булғанға был ерҙә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гүзәлиә,
кейәүең Руслан, ейәнсәрең Дилара.
* * *
Әбдрәхим ауылында ғүмер итеүсе әхирәтебеҙ ЗӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНА алтын юбилейын ҡаршылай. Ошо уңайҙан беҙ уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең әхирәтебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, эшһөйәр, уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, асыҡ, ихлас күңелле. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшендә уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле имен тормошта оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс бул-һын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Ҡотлау менән ғаилә дуҫтары Фирүзә,
Азат, Зәлидә, Илгиз.

* * *

Хөрмәтле, яратҡан ҡоҙағыйыбыҙ ЗӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНАны иң матур ғүмер байрамы – тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр
менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағын һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Ысын күңелдән ҡотлауҙарға ҡушылып, күп
сәләмдәр менән ҡоҙаһы Вил, ҡоҙағыйы Рүзәлиә.
* * *
Әбдрәхим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ЗӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНАны матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, юбилейың һиңә тик уңыштар, бәхет-шатлыҡ алып килһен, туғандарың һәм дуҫтарың менән татыулыҡта, именлектә йәшәргә насип итһен. Тормош иптәшең Фаил кейәү менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк булып, оҙон, бәхетле ғүмер юлы кисерергә яҙһын. Әлегеләй изге күңелле, алсаҡ, аҡыллы һәм йомарт булып ҡал. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең, тәнең.
Шатлан, һөйөн, һин бәхетле,
Һинең ғүмер байрамың.
Беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ – булғаның!
Ҡотлау менән Иҫке Мишәрҙән Хәкимовтар, Ғариповтар, Камаловтар,
Уренгойҙан Нәбиуллиндар ғаиләләре.

Автор:Лариса Михалькова