Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Ноябрь , 14:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле МАРИЯ АЛЕКСАНДРОВНА КРЮЧКОВАны ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Алда яҡты һәм бәхетле көндәр көтөп тороуын, ныҡлы һаулыҡ һәм бар эштәреңдең уң булыуын теләйбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Донъяла иң һөйөклө, изге күңелле әсәй-өләсәй һәм иң һылыу ҡатын булып ҡал. Яратҡан эштәреңде атҡарырға көс-дәртең бул-һын, ә туғандарың һәм яҡындарың һөйөү-иғтибары менән солғап алһын.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән улы Александр,
ейәнсәре Лиза, Неля Закомлистова, Светлана, Александр, Полина, Александр, Валерий һәм Динара Крючковтар, Ольга һәм
Сергей Перевышиндар, уларҙың балалары, Нина, Александр Крючковтар, уларҙың
балалары, кейәүе һәм ейәндәре.
* * *
Ҡәҙерле әхирәтем МАРИЯ АЛЕКСАНДРОВНА КРЮЧКОВАны матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һин – шатлығымды ла, ҡайғымды ла уртаҡлашҡан, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған изге күңелле, ышаныслы әхирәтем минең.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡиммәтлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң – юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен –
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә!
Изге теләктәр менән дуҫтарың
Лида һәм Борис Искорцевтар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле МАРИЯ АЛЕКСАНДРОВНА КРЮЧКОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Алдағы ғүмер юлыңда аяҙ һәм бәхетле көндәр теләйбеҙ, һәр тыуар көн шатлыҡ, күңелле мәлдәр алып килһен. Ихлас, изге күңелле, тормошто яратыусан булып ҡал. Һин беҙҙең өсөн иң яҡшы, ихлас, ярҙамсыл кеше. Ысын дуҫтарың барлығын онотма, беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, ысын күңелдән яратабыҙ. Хоҙай һиңә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар бирһен.
Йәшә шулай матур гөл булып,
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен матур гөлдәрең,
Йәмләндереп һинең ғүмерең!
Ҡотлау менән элекке көнкүреш хеҙмәте
күрһәтеү комбинатынан коллегалары.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова