Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Ноябрь , 10:25

Ҡотлайбыҙ!

Бурансы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡаты- ным, инәйебеҙ ЗИЛФИРА СӘРҮӘР ҡыҙы ФӘСХЕТДИНОВА тыуған көнөн билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле инәй, беҙ һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлдарың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман шулай беҙгә терәк булып, әтей менән бергә матур итеп йәшәгеҙ. Йылы һүҙең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт.
65 йәш – ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Барыбыҙҙы һөйөндөрөп
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Донъя мәшәҡәттәрен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең
Рәшит, балаларың Әлиә, Регина, Миләүшә,
Салауат, киленең Рәмилә, кейәүҙәрең Салауат, Тимерйән, Азат һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Лариса Михалькова