Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Ноябрь , 09:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Хөрмәтле мәсетлеләр!Һеҙҙе ысын күңелдән Рәсәй дәүләте байрамы – Халыҡтар бер- ҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Был байрам Рәсәй төбәгендәге уртаҡ тарихы һәм киләсәге булған төрлө милләтле һәм ҡарашлы граждандарҙың милли идея берҙәмлеген һәм йәмғиәттең берләшеүен символлаштыра. Беҙҙең республикала төрлө дини һәм сәйәси ҡарашлы милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө беҙҙең ватансылыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм берҙәмлек кеүек иң яҡшы йолаларҙы нығытыуға матур сәбәп булһын. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек, Ватаныбыҙ киләсәге хаҡына тырыш хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Рафаэль МӘРҘӘНШИН,
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты.
* * *
Хөрмәтле мәсетлеләр!
Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайбыҙ!
Төрлө милләт, мәҙәниәт, быуын кешеләренең берҙәмлеге Рәсәйҙең көсөн быуаттар буйына арттыра. Уларҙың уртаҡ хеҙмәте, бер-береһенә ихтирамы, йорто, тыуған еренә һөйөүе дәүләтебеҙҙе барлыҡҡа килтерҙе һәм уның үҫеш нигеҙе булып ҡала.
Бөгөн, Еребеҙҙә йәнә тыныс булмағанда, берҙәмлегебеҙ айырыуса мөһим. Һынауҙар ваҡытында теләктәшлек ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр-ға ярҙам итә, рухи һәм физик көстәрҙе нығыта. Ошо байрам районыбыҙҙың һәр йортона шатлыҡ, йылылыҡ алып килһен. Ул беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерһен. Ныҡлы һаулыҡ, изгелек, рух күтәренкелеге теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

4 ноябрҙә илебеҙҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Яңы байрам индереү тураһында закон проектына аңлатма был датаның ни өсөн шулай аталыуына асыҡлыҡ индерә: “1612 йылдың 4 ноябрендә халыҡ ополчениеһы яугирҙары, сығышына, ниндәй дингә ышаныуына һәм йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарамай, ҡаһарманлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө күрһәтә”.
1612 йылдың был көнөндә (иҫкесә 22 октябрҙә) халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итә.
Илебеҙ күп милләтле һәм дуҫ булыуы менән айырылып тора. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Мәсетле районында ғына 15-тән ашыу төрлө милләт – башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, украин, белорус, әзербайжан, әрмән, грузин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм башҡалар йәшәй.
Мәсетлеләрҙең барыһы ла дуҫ, татыу һәм яҡшы мөнәсәбәттә ғүмер итә. Улар башҡа халыҡтар менән берлектә үҙ телен һәм мәҙәниәтен үҫтерә. Район территорияһында башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан урыҫтары соборы бүлексәһе, татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы, “Александр Невский” исемендәге казак хәрби-патриотик клубы эшләй.
Ҡорбан ғәйете, Керәшен байрамы кеүек дини байрамдар бергә билдәләнә. Хәҙер, еңел булмаған осорҙа, беҙ – район, республика һәм ил халҡы – көс-ҡеүәттең берҙәмлектә булыуын иҫбатлау өсөн берләштек. Махсус хәрби операция территорияһында хеҙмәт иткән мобилизацияланғандарҙы һәм ирекмәндәрҙе хәстәрләп халыҡтың гуманитар ярҙам йыйыуы ошо турала һөйләй. Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концертта район Мәҙәниәт һарайының “Тембр” өлгөлө ансамбле (етәксеһе – Фәриҙә Ғәйнанова) башҡорт, татар, рус һәм әрмән телдәрендә башҡарған “Тыуған яҡ” йыры ла – берҙәмлеккә асыҡ миҫал.
Беҙ барыбыҙ ҙа – төрлө милләт, дин һәм мәҙәниәт кешеләре. Халыҡтар берҙәмлеге көнө – һәр ҡайһыбыҙҙың байрамы!

Автор:Лариса Михалькова