Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Ноябрь , 14:20

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ветеран уҡытыусытәрбиәсе ГӨЛСИРӘ РАДМИР ҡыҙы ШАРАПОВАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙ еңел булмаған хеҙмәт юлы үттегеҙ, ғаилә ҡороп, ирегеҙ менән бергә итәғәтле өс ул үҫтерҙегеҙ. Бөгөн Һеҙ – яратҡан әсәй һәм ҡәйнә, бәхетле һәм һөйөклө өләсәй, ауыл клубында уҙған сараларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы. Артабан да Һеҙгә уңыштар юлдаш булһын, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф Һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Именлек, муллыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Матур байрамығыҙ менән ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ-именлек.
Айырмаһын Хоҙай аҡ бәхеттән,
Тик йәнәшә барһын түҙемлек.
Һәр бер атҡан таңдарығыҙ Һеҙҙең
Ҡояш нурҙарына күмелһен.
Һеҙҙең саф һәм изге йөрәгегеҙ
Бер ҡасан да ҡайғы күрмәһен!
Иң изге теләктәр менән Теләш урта
мәктәбенең ветеран уҡытыусылары.

Автор:Лариса Михалькова