Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
28 Октябрь , 15:35

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ ЗӨЛФИӘ РАДИС ҡыҙы КӘРИМОВАны ғүмеренең күркәм мәле – 35 йәше тулған бәхетле көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең тормошобоҙға йәм биргән, ихлас йылмайыуҙары менән бәхетле иткән ҡыҙыбыҙға алдағы тормошоноң шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тороуын, барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын, сәләмәтлек теләйбеҙ. Балаларығыҙҙы матур итеп үҫтереп, кейәүебеҙ менән бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Беҙгә ҡарата булған ихласлығың, яҡшылығың үҙеңә икеләтә әйләнеп ҡайтһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте!
Иң изге теләктәр менән атайың Радис, әсәйең Гүзәл, ҡустың Руслан, һеңлең Гөлфиә һәм Михаил.

Автор:Лариса Михалькова