Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
21 Октябрь , 11:40

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – инәйебеҙ, өләсәйебеҙ ЗӘЛИФӘ СӘРҮӘР ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВА матур ғүмер байрамын – 55 йәшен билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Инәй! Һин һәр ваҡыт киң күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле, маҡсаттарыңа ирешеүсән, тәүәккәл, абруйлы булыуың менән беҙгә өлгө күрһәтәһең. Юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, һиңә артабан да беҙҙе һөйөндөрөп тороуыңды, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Инәйебеҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, инәй,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һине яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән балаларың Адик,
Эльвира, Оксана, Нургиҙә, киленең Анфиса,
кейәүҙәрең Артур, Уйылдан, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Лариса Михалькова