Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Октябрь , 15:55

Ҡотлайбыҙ!

Мәсетле районының почетлы гражданы Ирек Яҡупов Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Награданы уға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ирек Йыһанур улы юғары баһаға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.
* * *
11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфө ҡалаһының Совет майҙанында “Геройҙар ваҡыты” Беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестивале финалы уҙҙы. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан патриотик йырҙар авторы-башҡарыусы Сәғит Яҡупов “Һүҙҙәр авторы” номинацияһында I урын яуланы. Конкурста ул “Идет священная война” йырын башҡарҙы.

Автор:Лариса Михалькова