Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Октябрь , 09:00

Хөрмәтле мәсетлеләр!

Республика көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле мәсетлеләр!
Хөрмәтле мәсетлеләр!

Хөрмәтле мәсетлеләр!
Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайым!
Башҡортостан – Рәсәй субъекттарының сағыу ынйыһы. Ул тәбиғәт ресурстарына, археологик ҡомарт-ҡыларға бай, уникаль тәбиғәте менән айырылып тора. Әммә Башҡортостандың төп ҡаҙанышы булып һәр ваҡытта ла изге күңелле, талантлы һәм эшһөйәр халҡы ҡала. Был байрам көнөндә барлыҡ республика халҡына ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, татыулыҡ, һәр йортта йәм булыуын теләйем!
Хөрмәт менән,
Дәүләт Думаһы депутаты
Рафаэль МӘРҘӘНШИН.

* * *

Хөрмәтле мәсетлеләр! Республика көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Тыуған Башҡортостаныбыҙ үҙенең төп дәүләт байрамын билдәләй. Республикабыҙ тарихында сағыу биттәр, йолалар, даталар, данлы юбилейҙар бихисап. Унда бөгөнгө эштәр, йәмғиәттә булып үткән үҙгәрештәрҙең тарихи масштабы сағыла.
Һуңғы йылдарҙа республика һәм райондарҙа булып үткән ыңғай үҙгәрештәрҙе күрмәйенсә булдыра алмайбыҙ. Мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль һәм милли сәйәсәт, ауылдарҙы төҙөкләндереү өлкәһендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының матди-техник базаһы йылдан-йыл яҡшыра, медицина учреждениелары ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Районда, республикалағы кеүек үк, тотороҡло, эш көндәре менән тулы тормош бара.
Бөгөнгө Башҡортостан – көсөргәнешле һәм илһамлы хеҙмәт һөҙөмтәһе, халҡыбыҙҙың идеяларын, пландарын һәм ниәттәрен тормошҡа ашырыу ул. Шуға күрә Республика көнө – күп милләтле илдең ысын байрамы.
Хәҙерге еңел булмаған осорҙа барыһына ла аяҙ күк, тыныслыҡ, районыбыҙҙың сәскә атыуын, Башҡортостандың артабанғы ышаныслы үҫеше хаҡына изге эштәребеҙҙә пландарыбыҙҙың тормошҡа ашыуын һәм уңыштар теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Автор:Лариса Михалькова