Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Октябрь , 12:20

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФАКИҺА СОБХАН ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ ТӘЛҒӘТ МИННИӘХМӘТ улы ӘХМӘТШИНДАРҙы алтын туйҙары менән, әсәйебеҙ ФАКИҺА СОБХАН ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең, артабан да тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп, тигеҙ баҫып, татыу, именлектә атлағыҙ. Өйөгөҙ йәмле, йәнле, муллыҡ, бәрәкәт менән тулы булһын. Һеҙҙең алтын ҡулдарығыҙ, изге йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән айырмаһын.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн,
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ!
Ҡотлау менән улдары Эдгар, Рөстәм, ҡыҙҙары Әлфиә, кейәүҙәре Илмир, ейәнсәрҙәре Әминә, Лилиә, Регина, Адель, ейәндәре Алмаз.

Автор:Лариса Михалькова