Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
5 Октябрь , 09:00

Уҡытыусылар көнө менән!

Хөрмәтле Мәсетле районы уҡытыу-сылары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр бала өсөн талантлы, аҡыллы остазды осратыу – ҙур уңыш. Уҡытыусы белемгә һөйөү менән бергә рухи үҫешкә дөрөҫ йүнәлеш бирә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй, балаларға һәләттәрен асырға, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә.

Уҡытыусылар көнө менән!
Уҡытыусылар көнө менән!

Районда ныҡлы белем биргән, үҙ һөнәрен һәм балаларҙы ихлас яратҡан йөҙҙәрсә тәжрибәле белгес эшләй. Йыл һайын улар абруйлы конкурстарҙа ҡатнашыу, уҡыу процесына алдынғы программаларҙы әүҙем индереү менән юғары квалификациялы булыуын раҫлай. Ләкин балаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары, һис шикһеҙ, Мәсетле уҡытыусылары уңышының төп күрһәткесе булып тора.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең изге, ижади һәм бик яуаплы хеҙмәтегеҙ оло ихтирам уята. Һеҙ иң яҡшы педагогик традицияларға тоғро ҡалаһығыҙ һәм оҫталыҡты даими камиллаштыраһығыҙ, һөҙөмтәле уҡытыу алымдарын үҙләштерәһегеҙ. Һеҙгә ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә уңыштар, көс, һаулыҡ, бәхет, рәхмәтле тәрбиәләнеүселәр һәм уҡыусылар булыуын теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте, мәғариф бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова