Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Сентябрь , 10:40

Ҡотлайбыҙ!

Әләгәҙ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ МӘҒӘМҮРӘ САБИР ҡыҙы ЗИННУРОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле һеңлебеҙгә, апайыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡҡа тулы оҙон ғүмер, балаларыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын, игелек-изгелектәрен тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән тигеҙлектә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙгә ихласлығың, эш һөйөүсәнлегең, хәстәрлегең, ғәҙел булыуың менән ышаныслы терәк булып ҡал.
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмер буйы булһаң ине
Һау-сәләмәт, сикһеҙ бәхетле!
Иң изге теләктәр менән ағайың Хәйҙәрйән, еңгәң Вәлиҙә, апайың Мәрғүбә, һеңлеләрең Миңһылыу, Миндегөл, кейәүең Адис
һәм беҙҙең балалар.

Автор:Лариса Михалькова