Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Сентябрь , 14:15

Ҡотлайбыҙ!

Мәскәү ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һәм яратҡан кейәүебеҙ, тормош иптәшем ИЛДАР ИЛДУС улы ҒӘЗИЗОВты күркәм байрамы – юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәреңдә һәм яулаған үрҙәреңдә уңыштар теләйбеҙ. Хыялдарың тормошҡа ашһын, алда тик яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр көтһөн. Киләсәктә лә һөйөклө ҡатының Ләйсән менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң яҡшы теләктәр менән тормош иптәше
Ләйсән, ҡәйнәһе Гөлфайза, ҡайнағалары
Франгиз, Фаил, еңгәләре Гөлдәр, Ләйсән,
иркәләре Ләйлә, Алтынай, Фәрхәт, Батырхан.

Автор:Лариса Михалькова