Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Сентябрь , 11:40

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле ирем, яратҡан атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ ЛУАРИТ РОБЕРТ улы ҒӘНИЕВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Алдағы тормош юлың тик ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар, ыңғай тәьҫораттар менән тулы булһын. Ғүмереңдең һәр минутын ҡәҙерләгән, яратҡан, бәхетле кеше булып ҡал. Теләгән уй-хыялдарың тормошҡа ашһын.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Изге теләктәр менән ҡатыны Гөлүзә,
улы Линар, килене Диана, ейәнсәре Әмирә, ҡыҙы Лиана, кейәүе Кирилл.
* * *
Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе энебеҙ ЛУАРИТ РОБЕРТ улы ҒӘНИЕВты 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Юбилярыбыҙға сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Ғүмер үтә тиеп борсолма һин,
Ғүмер үтеү бер ни түгел ул.
Һау-сәләмәт булып, имен йәшәү –
Үҙе шатлыҡ, оло бәхет ул!
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Луиза, Лениза, еҙнәң Валера, туғандарың Виталий,
Денис, Ленария.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова