Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Сентябрь , 11:20

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әниебеҙ, нәнәйебеҙ ГӨЛНӘЗИРӘ МӨҒӘФӘ ҡыҙы АҠМАЛОВАны ҙур байрамы – юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул. Уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ, ғаилә шатлығы, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Ныҡлы таҙалыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән тулы мул тормош насип булһын!
Тормош иптәше Вәрис, ҡыҙҙары Зөлфиә,
Эльвина, кейәүе Руслан, ейәнсәре Диана, ейәне Әмир.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ, киленем ГӨЛНӘЗИРӘ МӨҒӘФӘ ҡыҙы АҠМАЛОВА-ны ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Тыуған көнөңдә теләгән иң ихлас, иң йылы теләктәрҙе ҡабул итеп ал. Йәшәгән йылдарың – байлыҡ, ғүмерең тик ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар менән тулы булһын. Донъя именлеге, һаулыҡ, муллыҡ, аяҙ көндәр теләйбеҙ. Ғаиләң именлектә, татыу-лыҡта йәшәһен. Алдағы көндәрҙә лә шулай мөләйем, һылыу, матур булып ҡал, бар теләктәрең тормошҡа ашһын. Һин хәстәрлекле һәм изге күңелле кеше, шуның өсөн дә беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡиммәтлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң – юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен –
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән Зөһрә, Илфат, Әнүзә Йыһаншиндар, Зәйнетдиновтар,
Мөбәрәкшиндар, Оморҙаҡовтар.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова