Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Сентябрь , 10:05

Ҡотлайбыҙ!

Һөләймән ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, хөрмәтле әсәй-өләсәйебеҙ ВӘЛИМӘ ВӘРӘ ҡыҙы ҠОТЛОЕВАны күркәм юбилейы – 65 йәше тулыуы менән ихлас йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Ҡәҙерле әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, һау-сәләмәтлектә күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер.
Әсәй! Әсәкәйем! Әсәйем!
Һөйөүемде һинән йәшермәйем,
Һинең алда башым эйәмен.
Минең ғүмерем бит – һинән бүләк,
Рәхмәт һиңә, әсәй, тиәмен.
Ал таңдарҙы бирҙең миңә, әсәй,
Үҫтерҙең тик бәпләп, ҡәҙерләп.
Ғәзиз әсәкәйем, һиңә ҡалам
Иң ҙур бәхеттәрҙе мин теләп!
Һине яратып һәм изге теләктәр менән ҡыҙың Гөлсиә, кейәүең Флүр, ейәндәрең Ридан,
Азамат, ейәнсәрең Ләйсән.

Автор:Лариса Михалькова