Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Сентябрь , 09:15

Хөрмәтле мәсетлеләр!

Ҡәҙерле уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан Белем көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле мәсетлеләр!
Хөрмәтле мәсетлеләр!

1 сентябрь көндө ике меңдән ашыу уҡыусы мәктәп тупһаһы аша үтә, шуларҙың 280-не – беренсе класс уҡыусылары. Кескәйҙәргә тәүге ҡыңғырау менән бергә яңы һәм ҙур донъяға ишек асыла. Өлкән класс уҡыусылары өсөн был уҡыу йылы – яңы үрҙәргә аяҡ баҫыуҙың бер баҫҡысы. Колледж, институт һәм университет студенттары ла тәүге дәрескә саҡырған ҡыңғырау сыңын ҙур тулҡынланыу менән көтөп ала.
Шуныһы мөһим, бөгөнгө уҡыусылар, студенттар һөнәри юлды һайлағанда алған белемдәрен уңышлы ҡулланып, тормош ауырлыҡтарын еңеп, тыуған райондың, республиканың, илдең ышаныслы терәге булһын ине.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ныҡышмалылыҡ, оптимизм, яҡшы кәйеф һәм именлек теләйбеҙ. Уҡыусыларға һәм студенттарға яҡшы билдәләр, ысын дуҫтар, уҡыуҙарында һәм ижади эштәрендә уңыштар юлдаш булһын. Уҡытыусыларға, ата-әсәләргә сабырлыҡ, уҡыусылары һәм балалары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо теләйбеҙ!
Район Советы һәм хакимиәте, мәғариф бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова