Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Август , 12:15

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле йәштәрҙе – Аҙанғол ауылы егете РАУШАН РӨСТӘМ улы ШАФИҠОВ менән Әлшәй районы һылыуы ФАЯГӨЛ РАИЛ ҡыҙы ФӘХРИЕВАны ысын күңелдән законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙең ғаиләгеҙгә оҙон-оҙон ғүмер, һөйөү тулы кистәр, ҡыуаныстар, бер-берегеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Ир – ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн!
Бөтә туғандары исеменән өләсәһе Римма
һәм олатаһы Мәүлетбай Шаһиевтар.

Автор:Лариса Михалькова