Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Август , 10:25

Ҡотлайбыҙ!

Теләш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ НӘФИСӘ МӨХӘМӘТДИН ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНАны ысын күңелдән 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән ире Сәлим, улдары Альфред,
Илфат, ҡыҙы Альбина, килендәре Лилиә, Эльмира,
кейәүе Рәйес, ейәндәре, бүләләре.

Автор:Лариса Михалькова