Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Август , 12:30

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ҡыҙылбай ауылынан хөрмәтле, яратҡан ҡыҙым ЛИЛИӘ БАЯЗИТ ҡыҙы ШАБАНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайым.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡыҙым, һиңә бары тик изге теләктәремде генә юллайым: ныҡлы сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар юлдаш булһын, дуҫтар һәм коллегалар хөрмәтен тойоп йәшә. Балаларың, ейәндәрең һине ҡыуандырып ҡына торһон.
Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға,
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул, бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә, яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә, ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Һине яратып әсәйең.
* * *
Оло Ҡыҙылбай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ ЛИЛИӘ БАЯЗИТ ҡыҙы ШАБАНОВАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Бөгөнгөләй йәш, сибәр, һөйкөмлө, иң яратҡан әсәй-өләсәй, хәстәрлекле ҡәйнә булып ҡал. Тормош юлың тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон, барыр юлың һәр ваҡыт уңышлы булһын, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәй йәшәүеңде теләйбеҙ. Был донъяла һин беҙҙең өсөн иң яҡшыһы – иң яҡшы дуҫ һәм аҡыллы кәңәшсе. Һинең эске донъяң: изгелегең, күңел йылыһы, үҙ-үҙең һәм тирә-яҡ менән матур гармонияла йәшәй белеүең оҙаҡ йылдарға һаҡланһын. Һинең йөҙөң һәр ваҡыт тик шатлыҡтан ғына балҡыһын. Һинең булғаның, күрһәткән хәстәрлегең, наҙың һәм һөйөүең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ.
Әсәкәйем – күҙ нурым, отоп һандуғас моңон,
Сылтыр шишмәләр йырын, ҡушып йөрәк йылыһын,
Һиңә арнайым йырым.
Әсәкәйем – күҙ нурым, һин – йондоҙом, һин – айым.
Күктә балҡый Етегән, Ерҙә, әсәй, – һин генә,
Яҙмышымды, йәнемде яҡтыртаһың һин гелән,
Әсәкәйем – күҙ нурым, һин минең бөтмәҫ йырым.
Бул шулай гел мөләйем, оҙон ғүмер теләйем!
Һине яратып ҡыҙҙарың Айгөл, Айһылыу, кейәүҙәрең Юрий, Игорь, ейәндәрең Роман, Максим.

Автор:Лариса Михалькова