Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Август , 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Һабанаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләре- беҙ – киленем, әсәйебеҙ, өләсәйем ДАНИСА ҒӘЛӘҮЕТДИН ҡыҙы менән улым, атайыбыҙ, олатайым АЙРАТ ВӘҠИФ улы ЯМАЛЕТДИНОВТАРҙы ысын күңелдән юбилейлы тыуған көндәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле атай-олатай һәм әсәй-өләсәй, бөгөн, тыуған көнөгөҙҙә һеҙгә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Был йәмле байрамығыҙҙа меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һеҙ – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һеҙгә!
Ғүмерҙәрегеҙ булһын бәхетле,
Бәхетегеҙ булһын ғүмерле.
Ерҙә булған бөтә изгелекте
Бирһен Хоҙай һеҙгә был көндө!
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ Тәмимә, ҡыҙығыҙ Юлиә, улығыҙ Айгиз, кейәүегеҙ Рәис, ейәнсәрегеҙ Рамина.

Автор:Лариса Михалькова