+11 °С
Болотло
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн көс, аҡыл, ғәҙеллек, ышаныс өлгөһө булып тораһың. Киләсәктә лә шундай булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Һәр көндән кинәнес алып, арыу-талыу белмәй, рәхәтләнеп йәшә. Тормошоңдоң һәр мәле яҡты һәм бәхетле булһын.
Сал сәстәрең бигерәк күркәм,
Күҙҙәреңдә – ғорур сабырлыҡ.
Аҡыллы һүҙ, тыйнаҡ аҡыл –
Барыһы ла үрнәк алырлыҡ.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Оҙаҡ йылдар яҙһын беҙгә
“Атай”, – тиеп әйтергә!
Ҡотлау менән ҡатыны Ғәлиә, улдары Ильяс, Илгиз, ҡыҙҙары Әлфиә, Гөлфиә, килендәре,
кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.