Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Июль 2022, 16:30

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәм РӘЙСӘ ҒӘРӘФЕТДИН ҡыҙы ӘМИРОВАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, терәк-таяныс, кәңәшсе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.
Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Үҫкәнбеҙ ҙә инде таралғанбыҙ
Беҙ, балалар, осар ҡош һымаҡ.
Тыуған нигеҙҙәрҙе һыуытмайса
Ғүмер кисер, әсәй, һин оҙаҡ!
Иң изге теләктәр менән һине яратып
улдарың Ранис, Илдар, килендәрең Земфира, Лия, ейәнсәрҙәрең Зарина, Сабрина.

Автор:Лариса Михалькова