Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Июль 2022, 12:30

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ АНИРА ДАМИР ҡыҙы һәм кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ АЗАТ ТИМЕРХАН улы БАТТАЛОВТАРҙы алтын юбилейҙары – 50 йәштәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә бәхетле, оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә туғандарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, ҡыҙҙарығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең изгелеген күреп, уларға терәк, таяныс булып, йәшәгән йортоғоҙҙоң ҡотон һаҡлап, бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Парлы ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Изге теләктәр менән атаһы, ҡайныһы Дамир, әсәһе, ҡәйнәһе Рәйфә, энеләре Динар, Азат,
килендәре Рәлиә, Эльвира, туғандары Рузилә һәм Денис, Азалия, Илназ.

Автор:Лариса Михалькова