Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Июль 2022, 09:50

Ҡотлайбыҙ!

Түбән Аҡа ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ИРЕК ХӘЛИМУЛЛА улы ҒИЛМАНОВты ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарын, тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтәргә яҙһын! Киләсәктә лә балаларыңдың, ейәндәреңдең, ҡәрҙәш туғандарыңдың шәфҡәтлелеген, мәрхәмәтлелеген, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, хәләл ефетең, әсәйебеҙ менән хәйерле, тыныс ҡартлыҡта ғүмер ит!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Фәниә,
балалары Иршат, Ильмира, Фәнил,
килендәре Айгөл, Вероника, ейән-ейәнсәрҙәре Әлмир, Ирина, Тимур, Эмилия, Аделя.

Автор:Лариса Михалькова