Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Июль , 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле юбилярҙар, яратҡан әсәй-атайыбыҙ, иң яҡшы өләсәй-олатайыбыҙ Венера Фәйзулла ҡыҙы һәм Әшрәфйән Нурый улы Хәбибуллиндарҙы ысын күңелдән 65 йыл бергә йәшәүҙәре – тимер туйҙары менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең, һеҙ бер-берегеҙгә мөхәббәт һәм ышанысығыҙҙы һаҡлап, матур ғаилә булдырҙығыҙ. Үткән юлығыҙ еңелдән булманы, бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килде, ә шулай ҙа бер-берегеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, ғаилә усағын һүндермәй, ҡыйынлыҡтар алдында һығылып төшмәй, беҙҙе ҡурсалап йәшәүегеҙҙе дауам иттегеҙ. Барыһы ла һеҙҙең менән һоҡлана, һеҙҙән өлгө ала.
Гөл-сәскәгә тулған урам буйлап
Икәү атлай нурға ҡойоноп.
Ғүмер юлынан бара улар
Бер-береһенә һыйынып.
Йәшлектәге биргән вәғәҙәгә
Икеһе лә тоғро ҡалдылар.
Һөйөү тигән Раббым ҡөҙрәтенән
Бөтмәҫ илаһи көс алдылар.
Ике ғүмер юлын берәү итеп
Йәнәш кенә атлап баралар.
Ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуандыра,
Үҙ донъяһын көтә балалар.
Оҙон булһын һеҙҙең ғүмер юлы,
Тигеҙ парлы булһын ҡартлығы.
Ҙур уңыштар һеҙгә насип итһен,
Һөйөндөрөп торһон шатлығы.
Нисә тиҫтә йыл ҡулға-ҡул тотоноп,
Пар былбылдай тормош көтәһегеҙ.
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ – иң гүзәле,
Һеҙҙе күңел шуға ярата.
Тағын бик күп йылдар тигеҙлектә
Матур парҙар булып йәшәгеҙ.
Сәләмәтлек ныҡлы юлдаш булһын,
Балҡып торһон тормош сәскәгеҙ.
Насип булһын ейәндәрҙең
Изгелеген һеҙгә күрергә.
Һәм беҙгә лә Хоҙай яҙһа ине
Тажлы туйығыҙға килергә!
Оло рәхмәт һүҙҙәре һәм иң яҡшы теләктәр менән, сәләмәтлек,
оҙон ғүмер теләп балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:Лариса Михалькова