Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Июль 2022, 10:30

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ РАДИК ХӘМИТ улы ВӘХИТОВты 70 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын.
Байрамыңдың матур хәтирәһе
Күңелдәрҙә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып.
Зәңгәр күктә йондоҙҙар күп,
Иң яҡтыһы уның бер генә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй –
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше,
балалары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ РАДИК ХӘМИТ улы ВӘХИТОВты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм тыныслыҡ, әсәйебеҙ Фларида Мөғиновна менән оҙон ғүмер теләйбеҙ! Атайыбыҙ өс улы өсөн һәр ваҡыт өлгө булды, ә хәҙер – ейән-ейәнсәрҙәре өсөн. Балаларың һәм ейәндәрең, туғандарың һәм яҡындарыңдың ихтирамы һәм һөйөүе һине ҡыуандырһын!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Бөтә балалары һәм ейәндәре исеменән
улы Вадим, килене Лилиә, ейәнсәрҙәре Алина, Диана һәм Аделина.

Автор:Лариса Михалькова