Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Июль 2022, 09:35

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ СӘҒИҘӘ ЙОСОП ҡыҙы ҠОТЛОӘХМӘТОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йом-ғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, ҡәҙерлебеҙ!
Иң изге теләктәр менән улы Раил, килене
Лилиә, ҡыҙҙары Миләүшә, Эльвира, кейәүҙәре Илдар, Ринат, ейәндәре Фәнзил, Артем, Рүзил, Динар, ейәнсәрҙәре Азалия, Луара, Лиана, Дилара.

* * *

Теләш ауылында йәшәүсе хөрмәтле уҡытыусы-ветеран СӘҒИҘӘ ЙОСОП ҡыҙы ҠОТЛОӘХМӘТОВА-ны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлегегеҙ ныҡлы, йортоғоҙ бәхет һәм йәм менән тулһын, ҙур уңыштар, тик изге кешеләр һеҙҙең тормош юлығыҙҙа осрауын теләйбеҙ.
Сабыр ҙа, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек!
Теләш мәктәбенең ветеран уҡытыусылары коллективы.

* * *

Теләш ауылынан хөрмәтле СӘҒИҘӘ ЙОСОП ҡыҙы ҠОТЛОӘХМӘТОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡыт шундай уҡ аҡыллы, оптимист һәм изгелекле булып ҡалығыҙ. Һеҙгә ҙур бәхет, ныҡлы һаулыҡ, тоғро дуҫтар, балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең игелеген, именлеген, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яратабыҙ, үбәбеҙ!
Иң изге теләктәр менән
Люция һәм Марсель Закирйәновтар.

* * *

Беҙҙең хөрмәтле класс етәксебеҙ СӘҒИҘӘ ЙОСОП ҡыҙы ҠОТЛОӘХМӘТОВАны 75 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға алдағы ғүмерендә шатлыҡҡа күмелеп, бәхеткә төрөнөп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарын күреп, ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын. Һеҙ әле лә бар ергә лө өлгөрһөгөҙ!
Һеҙҙе хөрмәт итеп,
1987 йылғы сығарылыш
уҡыусылары Зилә, Гөлйыһан, Раушания, Светлана
Ҡаһарманова, Светлана Исмәғилева, Светлана
Мөхәрләмова, Лида, Анфиса, Зөлфиә, Ғәлимә, Ренат, Динар, Илдар, Илшат Абзанов,
Флорида, Әлфирә, Венер.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова