Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Июль 2022, 09:00

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!

Барығыҙҙы ла изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайбыҙ! Был көн – диндарҙар өсөн иң әһәмиәтлеләрҙең береһе, сөнки ул шәфҡәтле һәм бер – береһенә ҡарата ихтирамлы булырға саҡыра, ғаиләнең берҙәмлегенә хеҙмәт итә, кешеләрҙе яҡынайта, иманды нығытыуҙы аңлата.

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!
Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!

Күп йылдар дауамында Мәсетле районы мосолмандары йәмғиәттә тыныслыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға үҙ өлөшөн индереп, барлыҡ традицион конфессия вәкилдәре менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй.
Иң яҡшы ислам традицияларына тоғро ҡалып, социаль мөһим программаларҙы һәм хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыуҙа, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашып, районыбыҙ мосолмандары йәмғиәтте рухи тергеҙеү процесында артабан да әүҙем роль уйнар, тип ышанабыҙ.
Был яҡты көндә һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, изгелек, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Ҡорбан байрамы йортоғоҙға шатлыҡ һәм яҡтылыҡ, ә күңелегеҙгә мөхәббәт һәм шәфҡәтлелек алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Мәсетле районы советы һәм хакимиәте.

Автор:Лариса Михалькова