Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Май 2022, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Аҡа ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ ФЛҮР АУСАФ улы НУРЫЕВты ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, сәләмәтлек менән оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә-хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Альбина,
улдары Фәнүр һәм Илнур.

Автор:Лариса Михалькова