Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Май 2022, 10:20

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡарттайыбыҙ ДАМИР ӘСБАП улы СӘХӘҮЕТДИНОВты ысын күңелдән 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Әтейебеҙ оҙаҡ йылдар Фрунзе исемендәге колхозда комбайнсы булып эшләне. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте маҡтау грамоталары, дипломдар менән лайыҡлы баһаланды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә ул үҙенең уңған, эшлекле, эшсән булыуы менән айырылып торҙо. Әтейебеҙ әле лә бик эшсән. Ул – тәртипле, итәғәтле кеше, бик шәп балыҡсы. Әсәйебеҙ Рәйфә Зиафетдин ҡыҙы менән бергә 45 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп матур донъя көтәләр. Йәйгеһен баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерәләр, бал ҡорто ҡарайҙар, хужалыҡ алып баралар. Беҙ әтейем менән әсәйебеҙгә сәләмәтлек, матур ҡартлыҡ теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт уларға. Ауырлыҡтарға зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, беҙгә кәрәк булып, терәк булып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәйфә, улдарың Азат, Динар, ҡыҙың Анира,
килендәрең Эльвира, Ралия, кейәүең Азат,
ейән-ейәнсәрҙәрең Юлиә, Йәмилә, Нәзилә,
Рузилә, Азалия, Илназ, бүләң Шамил.

* * *
Ҡәҙерле атайыбыҙ ДАМИР ӘСБАП улы СӘХӘҮЕТДИНОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле атайыбыҙ! Һин – һәр ваҡыт көслө рухлы, изге күңелле, итәғәтле булыуың менән беҙҙең өсөн өлгө. Бөтмөр, уңған, тырыш хужа булыуың менән һоҡландырҙың. Балаларың, ейәндәрең өсөн өҙөлөп тороуың, ҡурсалауың һәм аҡыллы кәңәштәрең өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәк көндәрең тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән тулы, күңелең бөтөн, донъяң түңәрәк, юлдарың уңышлы, һаулығың ҡоростай ныҡ булһын. Һөйөклө әсәйебеҙ менән тыуған йортобоҙ усағын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ ғүмер йылдарын йәнәшә атлап үтергә насип итһен. Балаларығыҙҙың, һеҙҙең өсөн өҙөлөп торған ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың хөрмәтенә һөйөнөп, бәхетле ҡартлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын.
Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала!
Иң изге ҡотлау сәләмдәре менән
Нефтеюганск ҡалаһынан улы Азат,
килене Эльвира, ейәнсәре Азалия.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова