Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Тимерйән, улы Азат, ҡыҙы Эльза.
* * *
Йәмле май айының матур бер көнөндә беҙҙең ҡәҙерле туғаныбыҙ РӘҠИӘ РӘЖӘП ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВА үҙенең күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй. Май айында тыуғандар ныҡышмалы, хеҙмәт яратыусан, тыныс, аҡыл менән эш итә белгән, киң күңелле, һөйләшеүгә итәғәт булалар. Беҙҙең Рәҡиәбеҙ нәҡ шундай. Алдағы көндәрҙә лә ошо күркәм сифаттар һине тағы ла һөйкөмлөрәк итһен, беҙ һине шуның өсөн хөрмәт итәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һине күркәм юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең өйөң муллыҡ, йәм менән тулы булһын, өҫтәлең – бай, йомарт, тормошоң сәскәләр гөлләмәһе кеүек матур булһын!
Иң изге теләктәр менән ағайың Ғәбделйән, һеңлең Рәйсә,
ҡустың Рәфҡәт, Нина, туғандарың, яҡындарың.